Бөгөн, 25 мартта, 8.10 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында шәхси бер ҡатлы бүрәнә йортта газ-һауа ҡатнашмаһының шартлауы тураһында хәбәр иткәндәр.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгәндә 6х10 үлсәмле йорттоң стеналары емерелгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йортта өс кешенән торған ғаилә йәшәгән. Шартлау ваҡытында 1981 йылғы ир, 1987 йылғы ҡатын өйҙә булған, уларға медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Ошондай уҡ хәл 17 мартта Нефтекама ҡалаһында ла булғайны. Унда ҡаланың Юл урамындағы йорттоң туғыҙынсы ҡатында һауалағы газ ҡапыл шартлайған һәм шунда уҡ кире һүнә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был фатирҙы әсә менән ҡыҙ ҡуртымға алып йәшәгән — улар шартлау мәлендә өйҙә булмаған.
– Янғын һүндереүселәр килгән мәлдә ут янмаған. Асыҡланыуынса, газ-һауа ҡатнашмаһының шартлауы һөҙөмтәһендә бер бүлмәле фатирҙың стенаһы һәм түшәме, 3×4 метр ҙурлыҡтағы аш-һыу һәм 6×3 метр ҙурлығындағы бүлмәләрҙәге көнкүреш әйберҙәренә зыян килтерелгән. Подъезда штукатурка ҡойолоп төшкән. Ике подъездан 63 кеше, шул иҫәптән 14 бала эвакуацияланды, зыян күргән кеше юҡ, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Был ике осраҡ газ һәм газ ҡатнашмаһы кеүек шартлау хәүефе тыуҙырған әйберҙәр менән һаҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Онотмағыҙ: ут, газ яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй!
Фото: @mchsrb01