Кисә төш көнө Өфө – Ырымбур юлында, Ауырғазы районы биләмәһендә авария теркәлде. Унда 27 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән ВАЗ-2112 автомобиле менән КамАЗ бәрелешә. Йөк машинаһына 45 йәшлек ир идара иткән. Һөҙөмтә аяныслы: 29 йәшлек пассажир урында һәләк була, водитель һәм тағы бер 31 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр ала.
Әле Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Баҡһаң, үлемесле авария водителдең рулдә саҡта йоҡлап китеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Тағы шуныһы, машина ултырған кешеләрҙең береһе лә хәүефһеҙлек ҡайыштарын таҡмаған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған.
Хөрмәтле водителдәр, юлда күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау өсөн алыҫ юлға сығыр алдынан ял итергә кәрәк. Әгәр юлда арығанлыҡ тойолһа, хәүефһеҙ урында туҡтағыҙ. Юлда хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ.
Фото: Телеграм.