Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Март 2023, 13:30

Мәрхүмдәрҙең кем икәнлеге асыҡлана

Хәбәр ителеүенсә, был ике ир...

Мәрхүмдәрҙең кем икәнлеге асыҡлана
Мәрхүмдәрҙең кем икәнлеге асыҡлана

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кешеләрҙең һыуҙа батыу осраҡтары теркәлгән.

Ҡотҡарыусылар Туймазы районындағы Туймазы йылғаһында ир мәйетен тапҡан һәм уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тәфтиш саралары үткәрелә.

Стәрлетамаҡтағы Ольховка йылғаһы эргәһендәге ағын һыу торбаһы эргәһендә лә ир мәйете табылған. Уның кемлеге һәм фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Көндәр ныҡлап йылынып та өлгөрмәне, һыуға батыу осраҡтары теркәлә башланы. Күпләп һыу йыйылған урындарҙа, күлгә-йылғалар тирәһендә һаҡ булығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: