Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Март 2023, 11:00

Ҡарҙар ирей, һыу таша, ауылдарҙы һыу баҫа...

Көндәр кинәт йылытып ебәрҙе һәм ауылдарҙы һыу баҫа ла башланы. Һеҙҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек әле, дуҫтар?

Ҡарҙар ирей, һыу таша, ауылдарҙы һыу баҫа...
Ҡарҙар ирей, һыу таша, ауылдарҙы һыу баҫа...

Ҡарҙар ирей, һыу таша, ҡояш нурҙарын һибә тип йырлаған йырҙы бер аҙ үҙгәртеп, кисә әбйәлилдәргә  "ҡарҙар ирей, һыу таша, ауылдарҙы һыу баҫа" тип йырлай-йырлай ауыл урамдары буйлап һыу кисеп, машиналары "күл"дә ҡойоноп йөрөргә тура килде.

Мәҫәлән, Әлмөхәмәттән МТС ауылына барыу өсөн юл ҡапланды: күп ихаталар һыуға тулышып, солан -кәртәләренә инә башлағас, ауыл халҡы ҡулдарына көрәк алып үҙҙәре үк юлды ҡаҙып, һыу юлы эшләп, йыйылып ятҡан һыу күләүектәрен ағыҙырға тырышты. Шуға күрә ике ауыл араһындағы юл ваҡытлыса ябылды.

Шулай уҡ күрше Хәлил, Ишбулды, Мәхмүт ауылдары урамдарынан гөрләп  йырғанаҡтар яҡты, юлдар һыуға тулышты.

Күп хужалар өй баҙҙарына һыу төшөүҙән ҡурҡып, картуфтарын сығара, кәртә-ҡураларындағы ҡош-ҡортон ҡурсалай, малдарын ҡарауыллай.

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул...

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Видео: "Мәхмүт ауылы" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: