Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Март 2023, 21:40

Уяулыҡ талап ителә

Кәңәшмәлә тағы ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? 

Уяулыҡ талап ителә
Уяулыҡ талап ителә

Ваҡлап һатыу селтәрен яңыртыу һәм киңәйтеү – “Алексеевка” агрокомплексын үҫтереү программаһының төп пункттарының береһе. Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы предприятиеһын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.

“Алексеевка” агросәнәғәт комплексының генераль директоры Дмитрий Овчинников үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы. Өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – фирма магазиндары селтәрен киңәйтеү.

– 2022 йылда 10 яңы сауҙа нөктәһе астыҡ һәм көндөҙгө уртаса килемде 30 процентҡа тиерлек арттырҙыҡ. Беҙҙең бренд аҫтында бөтәһе 57 нөктә эшләй, уларҙың төп өлөшө – Өфөлә һәм Өфө районында. 2025 йылға уларҙың һанын кәм тигәндә 90 процентҡа тиклем еткерергә һәм республиканың барлыҡ ҙур ҡалаларын солғап алырға планлаштырабыҙ, – тине Дмитрий Овчинников. – Бынан тыш, магазиндарҙың бер өлөшө капиталь ремонтҡа мохтаж. Предприятие Өфө хакимиәте ярҙамында уларҙы яңыртырға әҙер.

Стратегияның икенсе йүнәлеше – ғәмәлдәге һөт производствоһын үҫтереү. Һүҙ 1 200 һыйырға заманса һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөү хаҡында бара.

Өсөнсө маҡсат – теплица комплекстарының иҫәбен арттырыу. 2022 йылдан “Алексеевка” “Яңауыл” теплица комбинаты менән берлектә берҙәм үҫеш программаһын әҙерләй. Был оҙайлы ваҡытҡа продукцияны һатыу каналдары гарантияланған Волга буйы федераль округындағы иң ҙур теплица холдингтарының береһен ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы агропредприятиеның пландарын хупланы.

– Һеҙҙең ерегеҙ, тәжрибәгеҙ, яҡшы перспективаларығыҙ бар. Бергәләп “Алексеевка”ны тағы ла көслөрәк итә алырбыҙ тип ышанам, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Мотлаҡ рәүештә амбициялы пландар ҡорорға кәрәк. Ә беҙ уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ.

Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер тема – яҙғы ташҡынға әҙерлек. Башҡортостанда йылғаларҙың асылыуын уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 7-10 көнгә иртәрәк көтәләр. Атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында боҙ китеүе – 3 - 9 апрелдә, уртаса ағымында – 31 мартта – 6 апрелдә, түбәнге ағымында 2 - 8 апрелдә башланыуы мөмкин.

– Бәләкәй дала йылғаларындағы максималь кимәлдәр асылғандан һуң ике-өс көн эсендә башлана. Дала һәм тау йылғаларын асҡанда айырым участкаларҙа тығын күренештәре өсөн шарттар һаҡлана, – тине Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская. – Йылғаның һыубаҫар урынға түбән кимәлдә сығыуы мөмкин, шуға күрә һыу баҫыуы ихтимал. Яҙғы ташҡындың күләме күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 20-40 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итеүенсә, ташҡын осоронда иң насар сценарий буйынса 42 муниципалитеттағы 257-гә тиклем тораҡ пунктты, 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 20 меңдән ашыу торлаҡ йортто һыу баҫыу янай.

– Бөтә хәүефтәрҙе иҫәпләп сығарҙыҡ. Потенциаль хәүефле һәм социаль әһәмиәтле объекттар ташҡын зонаһына эләкмәй, – тине Марат Латипов. – Ташҡын хәүефе хәленең үҫешеүе ихтималлығы моделен алдан эшләнек.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Башҡортостандың гидротехник ҡоролмаларының ташҡынды үткәреүгә әҙер булыуын әйтте.

– Республика территорияһында барлығы 100 мең кубометрҙан ашыу күләмдә 491 һыу хужалығы тәғәйенләнешендәге гидротехник ҡоролма файҙаланыла, – тине Нияз Фазылов. – Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек барышында, муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, 15 районда айырыуса иғтибар талап иткән 22 ГТС билдәләнек. Шуларҙың 13-өн тикшереп сыҡтыҡ та инде, 30 мартҡа тиклем был эште тамамларбыҙ.

Ташҡындан күрелгән зыянды кәметеү өсөн былтыр иҫкәртеү саралары ойошторолдо. Атап әйткәндә, Ҡариҙел һәм Шишмә райондарындағы ике участкала ярҙы нығытыу эштәре башҡарылды, Ауырғазы районында ике километр оҙонлоҡтағы Өршәк йылғаһы үҙәне таҙартылды, алты гидротехник ҡоролма капиталь ремонтланды.

Радий Хәбиров профилле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына ташҡын мәсьәләһен махсус контролдә тоторға, көстәрҙе һәм сараларҙы алдан әҙерләргә, эш планын билдәләргә ҡушты.

– Ике аҙна юғары әҙерлек режимында эшләргә тейешбеҙ. Докладтарҙан күренеүенсә, ташҡынды иртәрәк көтәбеҙ. Ләкин уның кимәле уртаса күрһәткестәрҙә йәки түбәнерәк була, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Бындай фараздар беҙҙе уяу булырға мәжбүр итә, ләкин ғауғаға бирелмәҫкә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: