Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Март 2023, 17:50

“Андрей Малахов. Тура эфир” тапшырыуы етемһерәне...

Ҡурҡыныс аварияла 12 йәшлек бала ғына иҫән ҡалған...

“Андрей Малахов. Тура эфир” тапшырыуы етемһерәне...
“Андрей Малахов. Тура эфир” тапшырыуы етемһерәне...

Орел ҡалаһы янында булған юл-транспорт фажиғәһендә “Андрей Малахов. Тура эфир” тапшырыуы эксперты Светлана Левина һәләк булған. Ул – детектив агентлығы хеҙмәткәре, йыш ҡына Андрей Малаховтың шоуында эксперт булараҡ ҡатнаша ине.

Был турала “Орловский меридиан” баҫмаһы хәбәр итә.

Авария 24 мартта теркәлгән, уның менән бергә тағы ике кеше һәләк булған. Хәбәр ителеүенсә, Mercedes автомобиленең ҡырҡ йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Mitsubishi Pajero машинаһына бәрелгән. Авария һөҙөмтәһе бик ҡурҡыныс: тик 12 йәшлек пассажир ғына иҫән ҡалған. Ул дауаханала.

Светлана Левинаның коллегаһы, детектив Максим Заболотный был фажиғә буйынса үҙ фекерен әйткән. “Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә. Светлана Левина 2011, 2012 йылдарҙа Тәфтиш комитетында иң яҡшы тәфтишсе ине. Дуҫым һәм эш буйынса коллегам. Беҙ һине юҡһынасаҡбыҙ. Бәхил бул”, – тигән ул.

Фото: apral.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: