Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Март 2023, 18:10

Бер нисә минутта ике ғаилә урамда ҡалды

Быйыл утта һәләк булыусылар һаны күпкә артҡан...

Бер нисә минутта ике ғаилә урамда ҡалды
Бер нисә минутта ике ғаилә урамда ҡалды

27 мартта Белорет районының Биатлон урамында яраш торған ике йорт бер юлы янған. Янғын көндөҙгө сәғәт 2-ләрҙә сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе ут ике йортто ла ялмап алған була. Бәхеткә күрә, кешеләр иҫән ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төҙөлөш эштәре ваҡытында ут сыҡҡан.

Дөйөм алғанда, республикала янғынға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Йыл башынан төбәктә 1204 осраҡ теркәлгән, уларҙа 81 кеше һәләк булған, былтырғы йыл менән сағыштырғанда 26 процентҡа күп, шулай уҡ 57 кеше йәрәхәттәр алған.

– Янғын асыҡ ут менән генә түгел, ә ағыулы төтөн һәм юғары температура менән дә хәүефле. Ут йыш ҡына ҡурҡыныс дошманға әйләнә, юлдағы бөтә нәмәне юҡ итә.

Хөрмәтле республика халҡы! Түшәктә тәмәке тартыу, бер розеткаға бер нисә электр приборы ҡуйыу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, баҫҡыс майҙансыҡтарын әйберҙәр менән тултырыу эвакуацияға ҡамасаулай. Быларҙың барыһы ла төҙәлмәҫлек эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һанына шылтыратығыҙ! – тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.  

Фото: vk.com/lawyerfidail

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: