Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Март 2023, 19:00

Инйәрҙә боҙ ҡуҙғалды!

Боҙ тулыһынса китмәйенсә, был яҡтарҙағы халыҡ тынысланмаясаҡ, сөнки тау йылғаларының холҡон белеп булмай.

Инйәрҙә боҙ ҡуҙғалды!
Инйәрҙә боҙ ҡуҙғалды!

Белорет районында Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар һәр яҙҙы тулҡынланып көтә. Быйыл, белеүебеҙсә, яҙ иртәләне – бөгөн Йөйәкте икегә бүлеп ағып ятҡан Инйәр йылғаһынан боҙ киткән. Ауыл боҙҙоң имен ҡуҙғалыуына ҡыуана, алдағы көндәрҙә лә шулай булһын.

“Башҡортостан” гәзите лә Йөйәк, Ғәбдөк ауылдарындағы яҙғы ташҡын барышын күҙәтеп бара. Әле былтырғы кеүек Ғәбдөк ауылына һыу инмәһен өсөн барлыҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, быйыл был ғәҙәттән тыш хәлгә юл ҡуймау маҡсатында уҙған аҙнала Инйәр йылғаһында, ауылдан түбәндәрәк ике урында, 300 метр оҙонлоғона тиң арауыҡта боҙҙо шартлатҡандар.

– Ауыл биләмәһе хакимиәтендә ташҡынға ҡаршы төркөм булдырылды. Ғәбдөк ауылында уға биш кеше инә. Инйәр йылғаһында боҙҙоң иреүен тиҙләтеү өсөн бер километрҙан ашыу оҙонлоғонда һәм яҡынса ике метр киңлектә боҙ өҫтөнә ағас онтағы, ҡом-таш, көл, бесән һибеп сыҡтыҡ. Шәмбе, йәкшәмбе көндәре һыу кимәлен күҙәттек, дежур иттек. Ырыҫҡол тауы эргәһендәге бөгөлдә боҙҙо шартлатыу эштәре үтте, – тине Йөйәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов.

Боҙ тулыһынса китмәйенсә, был яҡтарҙағы халыҡ тынысланмаясаҡ, сөнки тау йылғаларының холҡон белеп булмай.

Видеояҙмалар авторҙары: Сәғиҙә Абайҙуллина, Радим Салауатов. Өсөнсө видеояҙманы тимер юл машинистары төшөрөп алған.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: