Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Март 2023, 13:30

Райондарҙа юлдар ябылды

Бер ниндәй транспорт сараһын да үткәрмәйҙәр, сөнки...

Райондарҙа юлдар ябылды
Райондарҙа юлдар ябылды

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 мартта 10.00 сәғәттә Бишбүләк районында Набережный ауылына инеү урынынан алып ике километрға тиклем, Иглин районында Иглин ауылын көньяҡтан урап үткән яҡта дүрт километрҙан биш километрға тиклем дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары участкаларында бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылды.

Был сикләүҙәр ҡар һыуының ҡапыл күтәрелеүе һәм юл аша ағыуы менән бәйле.

Шулай уҡ кисә, 27 мартта, 15.00 сәғәттән ташҡын һыу кимәленең күтәрелеүе сәбәпле Баймаҡ районы биләмәһендәге Сибай - Төйәләҫ автомобиль юлында 0 – 13 километр арауыҡта кис һыу туңғанға тиклем хәрәкәт туҡтатылғайны.

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ябылған участкаларҙы урап үтеү юлдарын алдан планлаштырырға кәңәш итә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: