Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Март 2023, 14:50

Өс бала атаһы һәләк булған

Уның бер улы - махсус хәрби операцияла... "Ирҙең аяныслы үлеме тураһында эштән туғандарына хәбәр ҙә итмәгәндәр, - тиҙәр. - Бер туған ағаһы осраҡлы ғына белеп ҡалып..."

Өс бала атаһы һәләк булған
Өс бала атаһы һәләк булған

Кисә Өфөнөң Нуғай ауылында фажиғәле хәл теркәлә. Сипайлово биҫтәһенең төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте биләмәһендә эш ваҡытында ир кеше һәләк була. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир “КамАЗ” машинаһы тәгәрмәсе шартлауҙан йән бирә.

“Шиндарҙы монтажлау эштәре барышында тәгәрмәс шартлаған. Был ойошмала водитель булып эшләгән ағайым ошо ваҡытта уға тын тултырып торған. Ул урында һәләк булған. Эргәһендә бер кем дә булмаған, берәү ҙә уны страховкаламаған шул. Бәлки хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгәндер - ойошмала кемдең ниндәй эш башҡарыуы ҡаралмаған, шуға күрә водителдәр шиндарҙы үҙҙәре тултыра, транспортты ремонтлай”, - тигән был турала ирҙең туған кешеһе.

Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре, полиция саҡыртылған. Шуныһы, водителдең аяныслы үлеме тураһында туғандарына шунда уҡ хәбәр итеүсе булмаған. Баҡһаң, уның бер туған ағаһы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләй икән, коллегалары таныш фамилияны күргәс, уға әйткән һәм шул саҡта ғына фажиғә тураһында билдәле булған.

Һәләк булған иргә 60 йәш, уның өс балаһы бар. Бер улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

“Сипайлово биҫтәһен төҙөкләндереү хеҙмәте” муниципаль бюджет учреждениеһы биләмәһендә “КамАЗ” тәгәрмәсенең покрышкаһы шартлау һөҙөмтәһендә 1963 йылғы ирҙең үлем осрағы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге тикшереү уҙғара, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан. – Ваҡиға урыны ҡаралған, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында тикшереү башланған. Хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәү өсөн яуаплы кешеләргә хоҡуҡи баһа бирелә”.

Фото: Уфа1.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: