Быйыл яҙ иртәләне, йылғалар әле үк таша башланы. Мәғлүм булыуынса, Йәрмәкәй районында Ыҡ йылғаһында һыу кимәле 106 сантиметрға еткән, Бишбүләк районында Уяҙы йылғаһы ла 52 сантиметрға күтәрелгән. Йылғаларҙың торошон Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең “Паводок 2.” системаһы аша онлайн рәүештә күҙәтеп барырға ла мөмкин.
Ауылдар һәм ҡалалар ҙур һыуҙан зыян күрмәһен өсөн, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм урындарҙағы муниципаль властар комплекслы саралар күрә. Уларҙың береһе – йылғаларҙа тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн боҙҙо шартлатыу. Мәҫәлән, Белорет районының Ғәбдөк ауылын былтыр һыу баҫҡайны. Быйыл был хәлгә юл ҡуймау маҡсатында уҙған аҙнала Инйәр йылғаһында, ауылдан түбәндәрәк ике урында, 300 метр оҙонлоғона тиң арауыҡта боҙҙо шартлатҡандар.
– Ауыл биләмәһе хакимиәтендә ташҡынға ҡаршы төркөм булдырылды. Ғәбдөк ауылында уға биш кеше инә. Инйәр йылғаһында боҙҙоң иреүен тиҙләтеү өсөн бер километрҙан ашыу оҙонлоғонда һәм яҡынса ике метр киңлектә боҙ өҫтөнә ағас онтағы, ташлы ҡом, көл, бесән һибеп сыҡтыҡ. Шәмбе, йәкшәмбе көндәре һыу кимәлен күҙәттек, дежур иттек. Әле һыуҙың ҡалҡыуы күҙәтелмәй, йылғаның ағын ерҙәре боҙҙан әрселгән, ятыу урындары тора. Ырыҫҡол тауы эргәһендәге бөгөлдә боҙҙо шартлатыу эштәре үтте. Боҙ йомшарған, йоҡарған, һыуҙың аҙ булыуына ғына бәйле әлегә ҡуҙғалмай тора, – тине Йөйәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов.
Шулай уҡ райондың Үҙән ауылы быуаһында гидроҡоролманың ташҡынға әҙерлеге тикшерелгән һәм унда әҙерлек күнекмәләре уҙған.
“Үҙән һыу һаҡлағысын һаҡлауға айырыуса иғтибар йүнәлтелде – йыйылған сүп-сар һәм ағас ботаҡтары быуаның һыу үткәреү ҡоролмаһына тығылып, уға емерелеү ҡурҡынысы тыуҙырыуы һәм һыу баҫыуға килтереүе ихтимал. Бөтә хеҙмәттәрҙең дә штаттан тыш хәлдәргә әҙер булыуы мөһим”, – тип белдерҙе Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
“Башкиравтодор” предприятиеһынан белдереүҙәренсә, ҡарҙың йылдам иреүе юлдарға ла хәүеф тыуҙыра, урындарҙа юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары төбәк һәм муниципаль-ара юлдар аҫтындағы һыу үткәргес торбаларҙы таҙартыу эштәрен алып бара. Һәр юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарында һыу баҫыу биләмәһенә эләгеүе ихтимал булған юл участкалары исемлеге төҙөлгән. Был участкаларҙа оператив саралар күреү өсөн күҙәтеү ойошторола.
Ташҡынға алдан әҙерләнеү хәстәрен күрергә кәрәк. Тәү сиратта йорттарығыҙға һыу инмәһен өсөн ихатағыҙҙы ҡарҙан таҙартығыҙ. Ә инде һеҙ йәшәгән ауылды һыу баҫыу хәүефе юғары булһа, документтарығыҙҙы һәм иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе алдан уҡ эвакуациялау өсөн әҙерләп ҡуйығыҙ, шулай уҡ мал-тыуарығыҙҙы ла хәүефһеҙ урынға ваҡытлыса күсереп тороу хәйерле.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әҙерлек буйынса күнекмәләр даими уҙғарылып тора, техника тикшерелә. Ташҡынға бәйле иң насар хәл килеп тыуған хәлдә, һыу баҫыу биләмәһенә 42 муниципаль берәмектәге 257 тораҡ пункт эләгеүе ихтимал, шул иҫәптән 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 20 меңдән ашыу торлаҡ. Әле тығын барлыҡҡа килеү хәүефе янаған 20 муниципалитеттағы 47 участка күҙәтеү аҫтында.
Әлеге мәлгә республика йылғаларында 16 мең квадрат метр майҙанда боҙҙо ҡарайтыу эше уҙғарылған, дүрт меңдән ашыу метр боҙҙо бысҡандар. Әлкә һәм Шишмә ҡасабаларында урынлашҡан хәрби частар ярҙамында йылғаларҙа шартлатыу эштәре алып барыла. Ташҡын ваҡытында 60 мең кешене ҡабул итеү мөмкинлеге булған 374 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты эшләйәсәк.
Рәмилә МУСИНА