Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Март 2023, 15:00

"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған

Үлгән һәм ҡазаланғандар бар...

"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған

Бөгөн теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше һәләк булған һәм өсөһө зыян күргән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәреннсә, 30 мартта көндөҙгө сәғәт 11 тирәһендә Стәрлетамаҡ районы биләмәһендәге Стәрлетамаҡ – Раевка автомобиль юлында “Форд Мондео” һәм “УАЗ” ашығыс ярҙам автомобилдәре бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Форд” автомобилендәге водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Шулай уҡ “УАЗ” авотмобиле водителенә һәм ундағы ике пассажирға табиптар ярҙамы талап ителгән.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре барлыҡ водителдәрҙән тиҙлек режимын күҙәтергә, ашыҡмаҫҡа һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. 

@bash_gibdd

"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡот осҡос аварияға осраған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: