Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Март 2023, 16:00

"Беҙҙән ғәфү ҙә үтенмәне..."

Ҡурҡыныс аварияла һәләк булған ирҙең балалары илай-илай атаһын таптыра, ә ҡатыны...

"Беҙҙән ғәфү ҙә үтенмәне..."
"Беҙҙән ғәфү ҙә үтенмәне..."

24 мартта Ауырғазы районында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек: Өфө – Ырымбур трассаһында "ВАЗ-2112" машинаһы юл ситендә торған “КамАЗ” машинаһына бәрелеп, унда бер пассажир һәләк булды, тағы ике кеше йәрәхәтләнде.

Әле “КП-Өфө” баҫмаһы һәләк булған ирҙең кемлеген асыҡлаған. Ул - 29 йәшлек Денислам А. тигән кеше. Хәбәр ителеүенсә, өс ир эш буйынса китеп барған. Икенсе пассажир ауыр йәрәхәттәр алған, әле ул комала, үпкәһен яһалма елләтеү аппаратына тоташтырған килеш ята. Ә бына 27 йәшлек водителдең мейеһе генә һелкенгән. Ул был аварияны рулдә йоҡлап китеүе менән аңлатҡан.

Денисламдың ҡатыны иһә был фекер менән риза түгел, уныңса, авария водителдең тупаҫ рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуо сәбәпле килеп сыҡҡан.

– Водитель, бер мәлгә генә йоҡлап киттем, шуға авария булды, ти. Ә ул көндө шул ваҡытта юлдан үтеүселәр “двенашка"ның бик ҙур тиҙлектә килеүе, хәүефле маневрҙар яһауы тураһында хәбәр итә. Икенсе пассажир операциянан һуң комала, ул бер нәмә лә һөйләй алмай. Ә водителдең хатта таныҡлығы ла булмаған, машинала ирҙәр хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған. Ә иң ауыры - ул хатта беҙгә шылтыратып ғәфү ҙә үтенмәне, – тигән тол ҡалған ҡатын.

Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Медэкспертиза һөҙөмтәләре буйынса, водитель иҫерек булмаған. Тик Денисламдың ҡатыны барыбер уны ғәйепле тип иҫәпләй һәм быны дәлилләр өсөн авария урынында булғандарҙан видеорегистратор яҙмаһын һорай.

Иң аяныслыһы - ирҙең өс бәләкәй балаһы ҡалған, иң кесеһенә 3,5 йәш кенә. Улар гел илай һәм атаһын таптыра.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: