-9 °С
Болотло
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Иглин районының Оло Тәләк ауылында фажиғә булған.
Нефтселәр урамында ағас йорт һәм мунса янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, янғында бер кеше һәләк булған, уның кемлеге асыҡлана.
Әлеге миҙгелдә ут сығыуға сәбәптәр артты, шул иҫәптән ҡоро үлән янып киткән осраҡтар теркәлде. Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек.
Фото: "Башинформ".