Һыу кимәленең ныҡ үҙгәреүе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты гидромониторингының автоматик постары 18:00 сәғәткә билдәләнгән (тәүлек эсендә мәғлүмәттәр буйынса 29-30 март 18:00 сәғәткә тиклем):
1. Иглин районы Глуховка ауылы янындағы Эҫем йылғаһының кимәле 483 см ( +133 см, хәүефле кимәле - 660 см)
2. Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы, кимәле 119 см (+140 см, хәүефле кимәле - 730 см)
3. Благовещен районы Уҡман ауылы янындағы Өфө йылғаһы, кимәле 259 см (+83 см, хәүефле кимәле - 1072 см)
Башҡортостанда һигеҙ муниципаль берәмек биләмәһендә һыу баҫыуҙың 10 осрағы контролгә алынған.
Башҡортостанда ташҡынды автоматлаштырылған система, Ка-32 вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтәләр. Һәр кем һылтанма буйынса Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына инеп, йылғаларҙағы көнүҙәк хәлде ҡарай ала.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы