Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Март 2023, 19:30

Баймаҡ – Муллаҡай араһындағы юлды ташҡын йыуған

Был видеояҙманың авторы  - Нурзиә Хәсәнова. Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек? Видеояҙмалар, фотоһүрәттәр көтәбеҙ, дуҫтар. Ә иң ҡурҡынысы...

Баймаҡ – Муллаҡай араһындағы юлды ташҡын йыуған
Баймаҡ – Муллаҡай араһындағы юлды ташҡын йыуған

Был видеояҙманың авторы  - Нурзиә Хәсәнова. Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек? Видеояҙмалар, фотоһүрәттәр көтәбеҙ, дуҫтар.

Көндәр йылытыу сәбәпле, ҡар һыуҙары ҙур тиҙлек менән иреп, күләүектәр булып, оло йылғаларға ашыҡҡан мәл. Ә улар үҙ сиратында мул һыуҙан ярҙарына һыйыша алмайынса ташып, сиктәренән сығып, урмандарҙы, ауыл урамдарын, юлдарҙы баҫа.

Өсөнсө видеояҙмалағы ҡурҡыныс хәл күрше Татарстанда булған, тигән мәғлүмәт бар.

Йылға ярҙарына яҡын йәшәүселәр, юлға сығыусылар өсөн ауыр һәм хәүефле ваҡыт. Ташҡын тураһындағы беҙҙең сайтта баҫылып сыҡҡан мәғлүмәтте күҙәтеп барығыҙ, дуҫтар.

 

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: