Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн 18.00 сәғәткә ҡарата һыу кимәле буйынса һандар түбәндәгесә, уларҙа кисә 18 сәғәттән бер тәүлек эсендәге үҙгәрештәр сағыла:
1. Ағиҙел йылғаһында Дуҫлыҡ монументы районында кимәл 236 сантиметр тәшкил итә, һыу 117 сантиметрға артҡан, хәүеф тыуҙырыу кимәле - 730 сантиметр.
2. Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылында Ағиҙел йылғаһы кимәле 238 сантиметрға еткән, һыу тәүлек эсендә 78 сантиметрға артҡан, хәүеф тыуҙырыу кимәле - 583 сантиметр.
3. Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы кимәле - 262 сантиметр, ул 74 сантиметрға артҡан, хәүеф кимәле - 910 сантиметр.
Башҡортостанда һигеҙ муниципаль берәмектә һыу баҫыуҙың 10 осрағы контролдә тотола.
Республикала ташҡын торошон автоматлаштырылған системаны ҡулланып, Ка-32 һәм пилотһыҙ осоу аппаттары ярҙамында мониторинглайҙар.