Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Март 2023, 20:40

Уяулыҡты талап иткән осор башлана

Урман фонды биләмәһендә янғындар йәһәтенән хәүефле миҙгел асыла.

Уяулыҡты талап иткән осор башлана
Уяулыҡты талап иткән осор башлана

Ҡар иреп, көндәр ҡорота башлау менән хәүефһеҙлек талаптары ла арта, 31 марттан республиканың урман фондында янғын яғынан хәүефле миҙгел асыла.

Урманға сыҡҡанда нимәләр тыйылыуын һеҙҙең дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:

*ут менән ҡулланыу;

*янған шырпы йәки тәмәке төпсөгөн ташлау;

*майлы йәки яныусан матдә һеңгән материалды ҡалдырыу;

*шешә йәки быяла ватыҡтарын ташлау, сөнки улар ҙа ут сығыу хәүефен тыуҙыра;

*ағас эргәһендә, аҡландарҙа үләнде, баҫыуҙағы ҡамылды яндырыу;

*ваҡ ҡарағайлыҡта, ҡырҡыу өсөн билдәләнгән урман ерендә, торфлы, үләне ҡороған урында, зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;

* урман хужалығы эштәрен башҡарғанда бысылған ҡалдыҡтарҙы яндырыу.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ғәҙәттән тыш хәлдәр, тәбиғәттә ут сыҡмаһын өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, уяу булырға саҡыра.

Урманда йәки уның эргәһендә янғын сыҡҡан осраҡта республиканың Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә түбәндәге телефонға шылтыратығыҙ : 8 (347) 218-14-14. Шулай уҡ Урман һағының берҙәм бушлай номерына ла шылтыратырға мөмкин: 8 (800) 100-94-00.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: