Хәүефһеҙлек
1 Апрель 2023, 16:30

Ҡурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгән

Водитель урында һәләк булған

Ҡурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгәнҠурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгән
Ҡурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгән

Бөгөн кискә ҡарай М5 трассаһында, Туймазы районы биләмәһендә ҡурҡыныс авария теркәлде. Был турала үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Юлдың 1331-се километрында “Лада Ларгус”, “Шевроле Круз” автомобилдәре һәм “Ман” йөк машинаһы бәрелешә. Авария һөҙөмтәһе аяныслы: “Ларгус” водителе урында һәләк булған. Икенсе еңел машинала ултырған ауырлы ҡатын йәрәхәттәр ала. Уны тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” табиптары дауаханаға алып бара. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары эшләгән. Улар һәләк булған һәм йәрәхәтләнгәндәрҙе машиналарҙан сығарышҡан.  

Әлеге ваҡытта урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

Ҡурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгән
Ҡурҡыныс аварияла ауырлы ҡатын йәрәхәтләнгән
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас