Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2023, 17:00

Йәйәүлене тапатып ҡасҡан

 Ҡатын алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған...

Йәйәүлене тапатып ҡасҡан
Йәйәүлене тапатып ҡасҡан

Күгәрсен районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан республикаһының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, Күгәрсен районының Йомағужа ауылында билдәһеҙ водитель 53 йәшлек ҡатынды бәрҙергән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.

"Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре водителде ҡулға алған. Ул ошо ауылда йәшәгән 52 йәшлек ир булып сыҡты, - ти Владимир Севастьянов. - Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул "Шевроле Нива" менән идара иткән һәм  йәйәүлене тапатҡан. Уны тикшереү һөҙөмтәһендә ҡанында 1.255 промилле алкоголь булыуы асыҡланған».

Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, авария буйынса тикшереү бара.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: