Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республикалағы һыу кимәле буйынса көнүҙәк мәғлүмәт менән таныштыра.
Һыу күтәрелеүҙең туғыҙ осрағы контролгә алынған.
Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы янында Ҙур Юшатыр йылғаһында һыу күтәрелеү сәбәпле бер күпер күҙәтеү аҫтында.
Өфө янындағы “Восход” баҡсасылар берләшмәһендә иһә дүрт йорт эргәһенән һыу ҡайтҡан һәм ул биләмә күҙәтеүҙән алынған.
Башҡортостанда һыу баҫыуға бәйле хәлде белгестәр тәүлек әйләнәһенә автоматлаштырылған система, Ка-32 вертолеты, пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамында мониторлай.
Һәр кем йылғаларға бәйле хәлде Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына инеп, http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB# һылтанмаһы буйынса ҡарай ала.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.