Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2023, 18:50

Йылғаларҙа һыу кимәле нисек?

Ташҡынға бәйле хәл-торош тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола.

Йылғаларҙа һыу кимәле нисек?
Йылғаларҙа һыу кимәле нисек?

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының 3 апрелдең 18.00 сәғәтенә ҡарата мәғлүмәттәренә ярашлы төбәгебеҙ йылғаларындағы һыу кимәле күрһәткестәре менән уртаҡлашабыҙ.

  1. Ҡариҙел йылғаһы, Ҡыҙыл шишмә ауылы, Нуриман районы, һыу кимәле 269 см (+58 см, хәүефле кимәл 637 см);
  2. Ҡариҙел йылғаһы, Яман-Порт ауылы, Нуриман районы, һыу кимәле 250 см (+54 см, хәүефле кимәл 1232 см);
  3. Иҙәк йылғаһы, Ильино-Поляна ауылы, Благовещен районы, һыу кимәле 182 см (+42 см, хәүефле кимәл 349 см).

Республиканың туғыҙ муниципаль берәмегендәге туғыҙ һыу баҫыу осрағы контролгә алынған, улар Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин, Миәкә, Күгәрсен, Белорет, Көйөргәҙе райондарында һәм Өфө ҡалаһы янындағы “Альбатрос” һәм “Козарез” баҡсасылар ширҡәттәрендә.

Башҡортостандағы ташҡынға бәйле хәл-торош автоматик система, Ка-32 вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Теләге булған һәр кем Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайтына инеп, йылғаларҙағы актуаль хәл-торош менән таныша ала.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас