Баш ҡалала 33 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлназ Ниғмәтуллина ғәйеп булған. Уны өйөндә бер йәшлек ҡыҙы көтһә лә, ҡатындан инде бер аҙна яңылыҡтар юҡ.
“КП-Өфө” баҫмаһы Гөлназдың әсәһе менән аралашҡан. Уның белдереүенсә, йәш ҡатын бәләкәй балаһын тәьмин итер һәм туғандарына ярҙам итер өсөн Өфөгә аҡса эшләргә тип киткән. Унда бер ир менән танышып йәшәй башлаған, тик уларҙың араһы бик бешмәгән. Шуға күрә күптән түгел Гөлназ әйберҙәрен йыйған һәм унан күсеп киткән. Ә тағы бер нисә көн үткәс, ул бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Уға тиклем иһә көн һайын әсәһенә шылтыратып ҡыҙының хәлен белеп торған.
– Гөлназ улай эшләмәҫ ине. Үҙенең ҡыҙы өсөн ул тауҙар әйләндерергә әҙер. Кемдер Гөлназды социаль селтәрҙә тапҡан тиҙәр. Имеш, ул Санкт-Петербург ҡалаһында кемгәлер кейәүгә сыҡҡан һәм шунда күсеп киткән. Аҙаҡ бөтәһен дә блокка ҡуйған. Тик мин быға ышанмайым, ул бер ҡайҙа ла билет алманы һәм ҡыҙын да ташлап китмәҫ ине. Берәй насар хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡам. Бәлки, берәй ерҙә бикләп тоталарҙыр, – тигән әсә кеше.
Әле Гөлназ Ниғмәтуллинаның туғандары ярҙам һорап ирекмән-эҙәрмәндәргә мөрәжәғәт иткән һәм полицияға ғариза яҙған. Йәш әсәнең юғалыу сәбәптәре асыҡлана.
Уның билдәләре: буйы 160 сантиметр, спортсыларҙыҡылай кәүҙәле, көрән-ҡуңыр сәсле (ҡара төҫкә буяуы мөмкин), сәсен каре итеп киҫтергән. Алһыу төҫтәге күн куртка, ҡара джинсы салбар, аҡ кеды кейгән.
Һеҙгә Гөлназ Ниғмәтуллинаның ҡайҙа икәнлеге билдәле булһа, уның әсәһенә 8(927)943-91-51 телефоны буйынса йәки полицияға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: "КП-Өфө".