Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2023, 14:50

Финанс хәүефһеҙлеген һәр кем тикшереп ҡарай ала

“Сириус” белем биреү үҙәгендә финанс хәүефһеҙлеге буйынса III Халыҡ-ара олимпиада үтә.  Сарала 15 илдән вәкилдәр ҡатнаша.

Финанс хәүефһеҙлеген һәр кем тикшереп ҡарай ала
Финанс хәүефһеҙлеген һәр кем тикшереп ҡарай ала

Улар – Рәсәй, Беларусь Республикаһы, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Бразилия, Иран, Намибия һәм Пакистан. Ошо тиклем ҙур кимәлдә үткән һәм финанс белемен һынап ҡарарға мөмкинлек биргән Олимпиаданың маҡсаттары ла, һөҙөмтәһе лә юғары: бында фекер алышып ҡына ҡалмайҙар ҡатнашыусылар, еңеүселәр төрлө йүнәлешле вуздарға уҡырға инергә, шул иҫәптән льготалар менән ҡулланырға, финанс хәүефһеҙлек өлкәһендә яҡшы эш урыны табасаҡ.

Бынан тыш, Олимпиада сиктәрендә үткән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар нигеҙендә финанс белемгә эйә буласаҡтар. Мәҫәлән, бөгөн төрлө онлайн-сервис-ҡушымталар менән иркен ҡулланған заманда финанс хәүефһеҙлек көнүҙәк тема булып ҡала. Ә бит һуңғы арала ғына ла интернет мутлашыусылар республика халҡының миллионлап һумдарын карта һәм башҡа онлайн төр аша “сәлдерҙе”.

Әйткәндәй, 1-15 апрелдә Олимпиадала ҡатнашыу өсөн онлайн рәүештә (ситтән тороп) һайлап алыу турында көс һынарға мөмкин. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: был сарала уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, ғөмүмән бөтә теләгән кеше лә ҡатнаша ала. Финал иһә октябрь айында ҙур кимәлдә Сочиҙа үтә.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: