Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2023, 11:30

"Апрель айында боҙ аҫтына китеп юҡҡа сыҡты..."

Был хәл 38 йыл элек була. Әммә әле лә яҙғы боҙҙоң, ташҡындың хәүефе ҙур. Һаҡ булығыҙ! 

"Апрель айында боҙ аҫтына китеп юҡҡа сыҡты..."
"Апрель айында боҙ аҫтына китеп юҡҡа сыҡты..."

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә бер ҡатын-ҡыҙ 38 йыл элек яҙғы боҙ аҫтына төшөп һәләк булған апайын хәтергә төшөрөп, моңһоуланған. "Бөгөн һиңә 55 йәш булыр ине..." - тип яҙған ул сәхифәһендә, туғанын һағынып. Апрель айында күрше ауылдан мәктәптән ҡайтып, кире юлға сыҡҡанда аралағы йылға буйында юҡҡа сыға ул. Яҙғыһын боҙ өҫтөнән тураға юлдың хәүефлегә әйләнгәне билдәле була. Әммә ни сәбәптәндер, яңылышмы, 17 йәшлек үҫмер ҡыҙ боҙ аҫтына төшөп китә лә сыға алмай. Уның кәүҙәһен, боҙ китеп, байтаҡ ваҡыт үткәс кенә табып алалар...

Әле тап шундай осор. Яҙ иртә килеп, күп ерҙә һыу ятҡылыҡтары асылһа ла, ҡайһы бер ерҙәрҙә боҙ яңы китә. Унан һуң яҙғы ташҡын хәүефе лә янай. Һыу баҫыу ихтималын тейешле органдар күҙәтеп бара, көн дә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан телеканалдарының тура эфирында брифинг үтә, унда белгестәр көнүҙәк хәл буйынса мәғлүмәт бирә. Ҡарағыҙ! Айырыуса балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.

Башҡортостан йылғаларындағы ташҡын контролгә алынған. Республика һыу һаҡлағыстарында ташҡындың әүҙем фазаһы көтөлә. Белорет районындағы Тирлән һыуһаҡлағысы - Тирлән йылғаһындағы яһалма һыу ятҡылығы. Уны, Урал зонаһының башҡа һыуһаҡлағыстары - Үҙән, Әүжән, Ҡағы кеүек үк, ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙерләгәндәр. Эҙемтәләрҙе кәметеү өсөн махсус саралар үткәрелә.

Урал аръяғында республиканың өс районы - Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр биләмәһендә туғыҙ һыуһаҡлағыс бар. Яҙғы ташҡын һәүетемсә үтә, ярайһы уҡ юғары күрһәткестәр күҙәтелмәй.

Бөгөн, 2023 йылдың 6 апрелендә, ташҡын буйынса брифингта Таналыҡ һыу һаҡлағысындағы һәм республикала иң ҙуры - Павловкалағы ташҡындың үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ булды. Иртә һәм йылы яҙ ташҡын ваҡытын һәм тәбиғи янғындарҙы тиҙләтте - быйыл бер нисә ҙур яҙ теркәлде. Хәүеф зонаһы контролдә тотола, тәбиғи янғындарға ҡаршы көрәшеү өсөн алдан саралар запасы әҙерләнде.

Хәүеф килеп тыуған осраҡта ҡотҡарыу хеҙмәтенең берҙәм телефонына шылтыратығыҙ - 112 . Брифингты эш көндәрендә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Башҡортостан 24» телеканалында һәм Республикаға Идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

Фото: park72.ru/kaleidoscope

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас