Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2023, 17:30

Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында ҡар яуған.

Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бөгөн республиканың күп райондарында ҡар яуып, рашҡы булһа, Әбйәлил һәм Белорет, Баймаҡ райондары ҡайтанан ап-аҡ ҡарға күмелде. Әйтерһең дә, ҡыш... Шуға күрә йәйге тәгәрмәскә күскән водителдәргә юлдарҙа һаҡ булырға, бигерәк тә Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ тарафтарына юлға сығыуҙан бер аҙға туҡталып торорға кәңәш ителә. 

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов  үҙенең телеграм-каналында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ашығыс иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте. «Әбйәлил һәм Белорет райондары биләмәләрендә ҡар яуҙы. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Транспорт саралары араһында тиҙлек хәрәкәтен, арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм. Йәйге шинаға күсергә өлгөргән водителдәргә был райондарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип хәбәр итә ведомство етәксеһе.

Көн яманы китер, шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ" һәм "Бәйләнеш"тәге сәхифәнән.

Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас