Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2023, 22:00

Балаларҙың юлда йөрөүе хәүефһеҙ булһын

 45 яңы автобус асҡысы тапшырылды. Ҡайһы район мәктәптәренә? Был турала - яҙмала.

Балаларҙың юлда йөрөүе хәүефһеҙ булһын
Балаларҙың юлда йөрөүе хәүефһеҙ булһын

"Торатау" конгресс-холы алдындағы майҙанда республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 45 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.

Улар 31 муниципалитетҡа йүнәлтелә: Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары.

Быйыл мәктәп автопарктарын яңыртыу программаһы буйынса Башҡортостанға 45 "ГАЗ" маркалы автобустар килтерелде. Уларҙың өҫтәмә рәүештә салоны йылытылған һигеҙе - республиканың төньяҡ райондары өсөн.

Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә лә яҙҙы. "Һуңғы дүрт йыл ярымда 800 тирәһе автобус һатып алдыҡ. Балаларҙың юлда йөрөүе хәүефһеҙ булһын - беҙгә шуныһы мөһим, ата-әсәләр балаларын тыныс күңел менән оҙатһын, улар өсөн борсолмаһын. Артабан да быны хәстәрләйәсәкбеҙ.

Мәктәп автобустары водителдәренә айырым рәхмәт әйткем килә. Күп балаларҙың иртәһе улар менән осрашыуҙан башлана. Шуға ла тотош көндөң ниндәй кәйефтә үтере уларҙың йылы һүҙенә, йылмайыуына ла бәйле. Артабан да водителдәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға тырышырбыҙ", - тип яҙҙы ул.

Мәғлүмәт: glavarb.ru, vk.com/radiyhabirov.
Фото: : glavarb.ru

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас