Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2023, 20:00

17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған

Ауырғазы районында иһә йорт, ике еңел автомобиль (“Тойота RAV-4”, “Тойота Камри”) һәм дүрт бүрәнә һарай янған. 

17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған

Благовещен районында янғында дүрт автомобиль һәм өс йорт яны ҡоролмаһы зыян күргән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 10:41 сәғәттә Благовещен районының Ошмянка ауылындағы үҙәк урамда янғын тураһында хәбәр иткәндәр.

Ваҡиға урынына ведомствоның подразделениеһы, хакимиәттең янғын һүндереү техникаһы йүнәлә. Ҡотҡарыусылар килгәндә бер ҡыйыҡ аҫтында булған һарай, мунса, утынлыҡты ут ялмап алған була. Яҡынса 230 квадрат метр майҙан тәшкил итә. Уттың торлаҡ йортҡа күсеү ҡурҡынысы янаған. Шулай уҡ уттан дүрт автомобиль зыян күргән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, йортта патронат ғаилә йәшәй: 17 бала, мәктәп йәшендәге балалар, уҡыу йорттарында булған. Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәбе асыҡлана, унда ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй.

Шулай уҡ бөгөн төндә, 05.05 сәғәттә, Ауырғазы районының Мостафа ауылында йорт янған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Батыр, Ибрай, Терәпә, Исмәғил ауыл хакимиәттәренең ирекле янғын һүндереүселәре ярҙамға барған.

Янғын һүндереү подразделениеһы килгәндә 6х6 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йорт, ике еңел автомобиль (“Тойота RAV-4”, “Тойота Камри”) һәм дүрт бүрәнә һарайҙы ут ялмап алған була, уларҙың дөйөм күләме - 40 квадрат метр. Янғындың тиҙ таралыуына көслө ел һәм биналарҙың тығыҙ ултырыуы булышлыҡ иткән.

Шулай уҡ бөгөн иртәнсәк Күмертау ҡалаһында күп фатирлы йортта янғын осрағы теркәлгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә дүртенсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа ут сыҡҡан булған. Ҡотҡарыусылар 1992 йылғы ирҙе ҡотҡарған, ул дауаханаға оҙатылған. Янғын һөҙөмтәһендә фатирҙағы әйберҙәр зыян күргән.

“Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, төндә йылытҡыстарҙы һүндерелмәгән көйөнсә ҡалдырмағыҙ, электр приборҙары эшен контролдә тотоғоҙ, тәмәкене лә һүндермәйсә ҡалдырмағыҙ. Янғын башланыу менән 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – тип кәңәш итә ведомство.

Фото: mchsrb

17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас