Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Апрель 2023, 18:30

Янғын хәүефе артҡандан-арта

Белорет, Әбйәлил, Туймазы һәм Күгәрсен райондарында дүрт урман янғыны булған.

Янғын хәүефе артҡандан-арта
Янғын хәүефе артҡандан-арта

Башҡоростандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Петр Ильин республикалағы янғындар тураһында һөйләне.

11 апрелдә ведомствоға 80 янғын тураһында мәғлүмәт килгән, шуларҙың 33 осрағында бөтәһе 33 гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Бөтәһе 255 гектар майҙанда 289 ҡоро үлән янғыны теркәлгән. Шулай уҡ Белорет, Әбйәлил, Туймазы һәм Күгәрсен райондарында дүрт урман янғыны булған.

Бынан тыш, 12 апрелдә Башҡортостандың урман фондында 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се класлы янғын хәүефе күҙәтелгән. 24 муниципаль берәмектә янғын хәүефенең 3-сө урта класы – Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы муниципаль берәмектәрендә Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондарында һәм Өфөлә.

4-се юғары класлы Янғын хәүефе Архангел районында.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Иглин һәм Миәкә райондарында һыу баҫыуҙың ике осрағын контролдә тота. Иглин ауылындағы Гагарин урамы, 1 адресы буйынса юл участкаһы һәм Миәкә районының Сурай һәм Мәнәүезтамаҡ ауылдары араһындағы автомобиль юлы күпере һыу аҫтында ҡалған.

Дим районында "Козарез" һәм "Альбатрос" баҡса ширҡәттәренә алып барған юлдағы хәл тотороҡланды, ташҡын юҡ.

Башҡортостандың күп кенә йылғаларында һыу кимәле кәмей. Тәүлек эсендә 112-системаға биләмәләренә һыу баҫыу тураһында яңы хәбәрҙәр килмәгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы Шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында “Ташҡын” системаһы ярҙамында онлайн режимында һыу кимәленең күтәрелеүен күҙәтә ала: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#

Фото: vk.com

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас