Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2023, 16:15

Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.

Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хбәр итеүҙәренсә, кисә Шишмә районындағы баҡса ширҡәтендә ике кеше янып һәләк булған.

Ведомствоға 22.11 сәғәттә “Сәләмәтлек” баҡса ширҡәтендә йорттары яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә, баҡса участкаларында ике йортто һәм өс мунсаны ут ялмап алған булған. Бөтә ҡоролмалар ағас бураларҙан булған. Шулай уҡ өлөшләтә “Фольксваген Поло” автомобиле янған. Утты һүндергәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1961 һәм 1985 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәһе табылған.

18 апрелдә иһә Яңауыл ҡалаһының Еңеү урамындағы күп фатирлы йортта янғын булған. Ут өс бүлмәле фатирҙың 15 квадрат метр майҙанын ялмап ала, бөтә подъезд төтөнгә күмелә. Ҡотҡарыусылар 15 кешене, шул иҫәптән өс баланы махсус баҫҡыс аша сығара. 13 минутта утты һүндерәләр, зыян күргән кешеләр юҡ.   

 Ошо уҡ көндө Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бөрө ҡалаһының Ағиҙел аръяғы урамындағы шәхси йортта янғын булған. Унда 1957 һәм 1988 йылғы ике ирҙең һәләк булыуы тураһында мәғлүм. Йортто ҡарау барышында бер квадрат метр майҙанда иҙән һәм йорт мөлкәтенең янып китеүе асыҡланған. Янғын һүндереүселәр саҡырылмаған.

Әлбиттә, был янғындар ҡот осҡос күренеш булып тора. Шуға ла бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, ти халыҡ.

“Хөрмәтле республика халҡы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән вайымһыҙ эш итеүгә юл ҡуймағыҙ. Янғындың тәүге билдәләре булғанда 101 йәки 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – тип кәңәш итә ҡотҡарыусылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, урманда, тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу тыйыла, шулай уҡ баҡсала ҡоро үлән, япраҡ яндырырға ярамай. 

Фото: mchsrb

Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Бындай үлемде дошманыма ла теләмәйем, тиҙәр халыҡта
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас