Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2023, 21:24

Янғындарға юл ҡуймайыҡ

17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелде.

Быйыл Башҡортостанға яҙ иртә килде. Иртә яҙ иһә янғындар миҙгелен дә иртәләтте. Алдағы йылдарҙа был ваҡытҡа саҡ тәүге тәбиғәт янғындары теркәлә башлаһа, әле иһә бер нисәү булып та өлгөрҙө. Хәлде контролдә тотоу өсөн 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был мәсьәлә даими рәүештә Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәте контролендә. Был аҙналағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә лә ошо темаға ҙур ғына һөйләшеү булды.

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һөйләне. Уның белдереүенсә, 17 апрелгә ҡарата республикала 2448 янғын булған, уларҙа 94 кеше һәләк булған һәм 74-е төрлө йәрәхәттәр алған. Ошо уҡ ваҡытҡа 484 тәбиғәт янғыны теркәлгән, уларҙың алтыһы – дөйөм майҙаны 498 гектарлыҡ урман янғыны. Бөтә янғындар ҙа ваҡытында һүндерелгән.

Тәбиғи һәм ландшафт янғындарының төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, был – 448 осраҡ йәки 93 процент. Бөгөн республикала 184 тораҡ пункт, 44 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 41 балалар сәләмәтләндереү лагеры территорияһы тәбиғи янғындар таралыу ҡурҡынысы янаған биләмәләр тип билдәләнгән.

– Беҙҙең ведомство Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә урындағы үҙидара органдарының тәбиғи янғын хәүефе янаған тораҡ пункттарҙа иҫкәртеү саралары комплексын ойошторҙо. Тәбиғәт янғындарына тиҙ арала иғтибар итеү һәм башланғыс этапта уларҙы һүндереү, янғындарҙың тораҡ пункттарға һәм урмандарға күсеүенә юл ҡуймау өсөн янғын хәүефе миҙгеленә быйыл өс мең кешенән торған 850-нән ашыу ведомство-ара мобиль төркөм ойошторолдо, – тине ул.

Тәбиғәт янғындарын, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында республика Башлығы бойороғо менән 17 апрелдән 15 майға тиклем төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.

Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә талаптар билдәләнә, шул иҫәптән усаҡ яғыу, граждандарға урманға барыу тыйыла, урман һәм башҡа ландшафт (тәбиғи) янғындарының таралыуына ҡамасаулаусы өҫтәмә саралар  күрелә.

Марат Латипов, оҙаҡламай май байрамдары етеүен күҙ уңында тотоп, урындағы үҙидара органдарына тораҡ пункттарҙы һәм урман массивтарына сиктәш территорияларҙы һөрөү буйынса сараларҙы тамамларға, тораҡ пункттарҙа һәм уларҙың эргәһендә урынлашҡан тышҡы янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарын талаптарға ярашлы хәлгә килтерергә, тәбиғи янғындар сығыу хәүефе янағанда халыҡҡа хәбәр итеүҙе ваҡытында ойошторорға, ирекле янғын формированиелары ойошторорға һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итергә кәңәш итте.

Ағымдағы йылда республика биләмә­һендә тәбиғәт янғындары тыуҙырған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өсөн 30 меңгә яҡын кеше һәм 7,5 мең шәхси техника йәлеп итеү ҡаралған. Дөйөм алғанда, көс һәм средстволар етерлек.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров иһә үҙ ведомствоһы йәһәтенән әҙерлек эштәре тураһында һөйләне. Тәү сиратта Хөкүмәт кимәлендә махсус программа ҡабул ителгән. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты, биш янғын һүндереү автоцистернаһы, республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө өсөн ике автобус, 1 100 дана артмаҡлы янғын һүндергес һатып алынған. Улар республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәтенең алты отряды базаһында урынлашҡан һәм кәрәк булғанда тиҙ арала тәбиғәт янғындары урындарына алып барып еткерелә. Быйыл тағы дүрт янғын һүндереү машинаһы һатып алыу планы бар. Ка-32 вертолеты тәбиғи янғындарҙы һүндерергә әҙер. Уҙған аҙнала вертолетҡа янғын һүндереү системаһы ҡуйылған, ул 17 секундта 1,5 метр тәрәнлектәге һыу ятҡылығынан биш кубометр һыуҙы һурып алырға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ республикала оператив штаб булдырылған, ул урмансыларға һәм муниципалитеттарға ярҙам итергә әҙер. Янғын хәүефе миҙгеле башланыр алдынан штаб тырышлығы менән 55 муниципалитет сит ойошмаларҙың махсус техникаһы ярҙамында уларҙың биләмәләрендә тәбиғәт янғындарын һүндереүгә йәлеп итеү тураһында килешеүҙәр төҙөгән. Өсөнсөнән, “Урманды һаҡлаусы” урман янғындарын күҙәтеү системаһы” пилот проектын тормошҡа ашырыу йылдам бара. Әлеге ваҡытта янғын сығыу хәүефе ҙур булған алты муниципаль районда урман янғындарын күҙәткән 14 камера ҡуйылған.

Дүртенсенән, ирекле янғын һағы үҫтерелә. Былтыр уларға 21 берәмек тағылма янғын һүндереү техникаһы тапшырылған, быйыл тағы 13-тө һатып алырға ниәтләйҙәр. Шуның менән бер рәттән, былтыр ирекмәндәргә республи­каның янғынға ҡаршы хеҙмәте автопаркын планға ярашлы алмаштырғанда бушаған дүрт янғын һүндереү автомобиле тапшырылған, быйыл йәнә биш берәмек техника биреләсәк. Тағы ирекмәндәргә 80 комплект махсус янғын һүндереүселәр кейеме бүленгән.

Бынан тыш, комитет ирекмәндәр менән эште дауам итергә йыйына. Былтыр янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү программаһы буйынса ике меңдән ашыу ирекмәнде уҡытҡандар. Уларҙы, кәрәк булһа, тәбиғәт янғындары менән көрәштә файҙаланырға ниәтләйҙәр.

Тағы бер мөһим эш – яңы янғын һүндереү деполары төҙөү. Быйыл бындай төҙөлөш Ғафури һәм Ишембай райондарында башҡарыласаҡ.

– Уҙған йылдарҙа республиканың Шишмә, Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарында янғынға ҡаршы хеҙмәттең дүрт яңы бүлексәһен асыу 76 тораҡ пунктта янғынға тиҙ арала иғтибар итеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе, – тине ул. – Граждандарға республикала барлыҡҡа килгән урман янғыны хәле тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында һәр муниципалитетта булған Төбәк автоматлаштырылған мәғлүмәт систе­маһының 147 тауыш биреүсе ҡоролмаһы, ОКСИОН терминал комплекстары, телевидение, радио, “Башавтотранс” автобустары мониторҙары, ҡала яны электр поездары, мәсеттәр һәм сауҙа-күңел асыу үҙәктәре йәлеп ителәсәк.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас