Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Апрель 2023, 19:00

Бер ауыл янған...

Ут күршеләрҙә хәл үтә киҫкен, республикала ла тыныс түгел.

Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...

Свердловск өлкәһендә йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана - был көслө янғындар сығыуға булышлыҡ иткән. 25 апрелдә, төбәктең бер нисә ауылын ут менән ҡапланған. Ут торлаҡ йорттарға күсә. Янғын һүндереүгә ауыр техниканы — янғын һүндереү поездарын һәм вертолеттарҙы йәлеп итергә тура килә.

Шул иҫәптән Первоуральск янындағы Прогресс ҡасабаһынан хәүефле хәбәрҙәр килгән. Унда 2000 квадрат метр майҙанда пилорам янған. Уттың таралыу ҡурҡынысы янаған. Башта утты һүндереү өсөн 22 ҡотҡарыусы һәм ете янғын һүндереү машинаһы юллана, әммә һуңыраҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына көстәр һәм саралар төркөмөн 57 кешегә һәм 14 берәмек техникаға тиклем арттырырға тура килә. Әлеге ваҡытта янғын ҡамауға алынған.

Бер аҙҙан Верхотурье янындағы Таежный ҡасабаһында янғын сығыуы тураһында билдәле була. Унда 21 йорт янған, шуларҙың 16-һы - торлаҡ йорттар. Ҡотҡарыусыларға 27 кешене, шул иҫәптән балаларҙы эвакуацияларға тура килә. Кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына ебәрәләр. Ут һүндереүгә вертолет йәлеп ителгән.

Иң ҙур янғындарҙың береһе әле Сосьва ҡасабаһында бара. Дауалау-төҙәтеү учреждениеһы янында үлән яна. Ут келәт бинаһына һәм торлаҡ йорттарға күсә, ә һуңынан трансформаторға яҡынлаша башлай. Бында ла ҡотҡарыусылар эшләй, “Ми-8” вертолеты йүнәлтелгән.

Түбәнге Синячиха – Ирбит трассаһы янында көслө төтөн сығыуы арҡаһында 31-се километрҙан 35-се километрға тиклемге участканы япҡандар.

Карпинскиҙа ла янғын теркәлгән. Унда Ленин урамында башта һарайҙар яна, һуңынан ут ағастарға, автомобилдәргә һәм торлаҡ йортҡа күсә. Көслө ел арҡаһында барыһы ла бер нисә минут эсендә була.

Кешеләр был ғауғала балаларҙы, техниканы, документтарҙы һәм ҡиммәтле мөлкәтте өйҙәренән алып сығырға тотона. Һүндереүҙә Карпинск һәм Краснотурьинск янғын һүндереүселәре ҡатнаша.

Түбәнге Тагил янындағы Висим ҡасабаһында ла ҡотҡарыусыларға эш етерлек. Унда бер нисә торлаҡ йорт яна. Янғындың сәбәптәре һәм майҙаны асыҡлана.

Прокуратура был факт буйынса тикшереү башлаған һәм утта зыян күргән кешеләрҙе ҡабул итә.

Сысерт районының Первомайский ҡасабаһында ағас ҡырҡыу эше башланған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусыларҙың янғын һүндереү расчеты килгән. Янғын майҙаны 750 квадрат метр тәшкил итә.

Шулай уҡ Башҡортостанда ла хәл тыныс түгел, әле бер урында, әле икенсе ерҙә ҡоро үлән янғыны теркәлә, шуға ла ут менән шаярырға ярамай, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде. Уға ярашлы, урманда усаҡ яғыу, сүп-сар үртәү тыйыла.

Фото: vk.com

Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Бер ауыл янған...
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас