-8 °С
Ҡар
Ырымбур өлкәһенең Краснохолм ауылында юлда 14 йәшлек үҫмер һәм уның аты һәләк булған.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, малай атта юлды аша сығып барған ваҡытта, “Ниссан” автомобиле туҡтап өлгөрмәйенсә, уларға килеп бәрелгән.
Үҫмер асфальтҡа бәрелеп шул урында уҡ һәләк булған. Уның артынса аты ла яҡты донъянан китеп барған.
Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре тикшерелә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бер-берегеҙгә ихтирамлы булығыҙ!
Фото: интернет селтәренән.