Хәүефһеҙлек
2 Май 2023, 13:50

Бөрө районында дүрт автомобиль бәрелешкән

Зыян күреүселәр бар

Бөрө районында дүрт автомобиль бәрелешкәнБөрө районында дүрт автомобиль бәрелешкән
Бөрө районында дүрт автомобиль бәрелешкән

Бөгөн көндөҙ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бөрө районында Өфө — Бөрө трассаһының 35-се километрында, Калинники ауылы эргәһендә, юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре сыға.

Мәғлүм булыуынса, “Мерседес Бенц” пассажир автобусы, “Тойота Камри”, “Лифан” автомобилдәре һәм “БАВ” йөк машинаһы бәрелешкән. Өс кеше зыян күргән, шул иҫәптән бер бала төрлө йәрәхәттәр алған. Улар табиптар тарафынан тикшерелә, бер зыян күреүсе Бөрө ҡалаһының үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе һәм шарттары асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, автомобиль юғары хәүеф сығанағы булыуы хаҡында онотмағыҙ! Юлда ашыҡмағыҙ, тиҙлек арттырмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, шул саҡта ғына тәғәйен урынға имен-һау барып етерһегеҙ.

Фото: mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас