

Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу темаһы ҡаралды. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов 2023 йылдың ғинуар-апрелендә 876 юл-транспорт ваҡиғаһы булыуын хәбәр итте. Уларҙа 72 кеше һәләк булған (2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 11-гә аҙыраҡ), 1 073 кеше зыян күргән (2022 йыл кимәленән 95-кә кәмерәк). Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре – транспорттың бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу.
Министр билдәләүенсә, хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн 870 километрҙан ашыу юлдарҙы ремонтлау, 18 мең билдә ҡуйыу һәм алмаштырыу, 110 километр барьер ҡоймаларын һәм 146 светофорҙы монтажлау, 320 яһалма тигеҙһеҙлек урынлаштырыу күҙаллана. Бынан тыш, 220 километр оҙонлоҡтағы трасса участкаларын яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырыу ҙа планлаштырыла.
– Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә интеллектуаль транспорт системаһын булдырабыҙ. Беренсе этапта Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәген булдырҙыҡ, 50 светофорҙы яңырттыҡ, – тине Александр Клебанов. – Икенсе этапта тағы ла 51 светофорҙы яңыртырбыҙ, 134 трафик көсөргәнешлелеге детекторы ҡуйырбыҙ. Эштәрҙе 2023 йылдың 1 июнендә башлайбыҙ.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов бер нисә муниципалитетта авариялар артыуына килтергән түбән водитель дисциплинаһына иғтибар итте. Иҫерек водителдәр кешеләр һәләк булған бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһын ойошторған.
- Үлем осраҡтарының йышайыуы һәм юл-транспорт ваҡиғаларының ауыр эҙемтәләре менән бәйле полицияның участка вәкилдәрен иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, – тине Владимир Севастьянов. – Ике аҙна эсендә участковыйҙар иҫерек килеш 34 водителде транспортҡа идара итеүҙән ситләткән.
Бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә 128 ҡыҫҡа номерлы “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй. Уның буйынса водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең, шул иҫәптән эскән килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин.
– Бер нисә йыл дауамында юлдарҙа авариялар иҫәбен кәметәбеҙ. Шуның менән бергә кеше ғүмерҙәрен мөмкин тиклем күберәк һаҡлап ҡалырға ынтылабыҙ. Был эшкә участковыйҙарҙы йәлеп итеү идеяһы - бик яҡшы башланғыс, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә артабан да хәүефһеҙлек сараларын әҙерләүҙе һәм индереүҙе дауам итеү мөһим. Йәнә юлдарҙың авария хәлендәге участкаларына анализ яһауығыҙҙы һәм уларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса тәҡдимдәр индереүегеҙҙе һорайым.
Кәңәшмәлә “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһына йомғаҡ яһалды. 29 апрелдә республика акцияһында 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар - активистар, хеҙмәт коллективтары һәм профсоюз ойошмалары вәкилдәре, студенттар һәм уҡыусылар.
“Йәшел Башҡортостан”дың маҡсаты – республиканың тораҡ пункттарын йәшелләндереү, төбәктәге экологик хәлде яҡшыртыу.
– Сара сиктәрендә барлығы 110 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 18 меңләп эре үҫенте ултыртылды, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов. – Сарала ҡатнашыусылар 74 яңы тематик аллея булдырҙы. 13 муниципалитетта махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә “Хәтер аллеяһы” булдырылды.
Киләһе тапҡыр ағастар ултыртыу республика акцияһы сиктәрендә 13 майҙа үтәсәк.
“Йәшел Башҡортостан” менән бер рәттән төбәктә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы ла ойошторола. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм 27 миллион ағас ултыртыу. Башҡортостан йыл һайын был башланғысты хуплай. Өс йыл эсендә республикала 3,3 миллиондан ашыу ағас ултыртылған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.