Хәүефһеҙлек
3 Май 2023, 05:00

“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!

Ҡурҡыныс сиргә дусар булыусы иҫеректе хәтерләтә, әммә алкоголь еҫе сыҡмай. Һуңғы арала аҡса, йорттан әйбер юғалыуы ла шиккә һалырға тейеш...

“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!
“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!

Наркотиктың насар нимә икәнен бөгөн һәр кем белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡулланған, таратҡандар һаны арта.

Яман сиргә юлыҡҡандар наркотик ҡолона әүрелә. Психикаһы боҙола, тормоштан ситләшә, уны бер нимә лә ҡыҙыҡһындырмай башлай. Бар уй сираттағы дозаны табыуға ҡайтып ҡала. Ул деградацияға бирелә, эшкә, уҡыуына ҡыҙыҡһыныу юғала.

Наркотик ҡулланыусыларҙың төп билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, күҙ ҡабағы киңәйергә, йә, киреһенсә, тарайырға мөмкин. Һөйләү телмәре бик яй, йә киреһенсә, бик тиҙ булыуы ихтимал. Аппетиты юғалып, ябығыуы, йә саманан тыш күп ашауы, хәрәкәт координацияһы боҙолоуы, тын ҡыҫылыуы күренеше күҙәтелеүе ихтимал.

Тағы ла ундайҙар йоҡоһоҙлоҡ менән йонсорға ла, саманан тыш артыҡ күп ойорға ла мөмкин, уның хәтере насарая, иғтибары кәмей, шикле дуҫтары барлыҡҡа килә. Ҡурҡыныс сиргә дусар булыусы иҫеректе хәтерләтә, әммә алкоголь еҫе сыҡмай. Һуңғы арала аҡса, йорттан әйбер юғалыуы ла шиккә һалырға тейеш.

Балағыҙҙың, йәки яҡындарығыҙҙың  тотошо үрҙә телгә алған күҙәтеүҙәргә, холоҡ-фиғеленә тап килә икән, һөйләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, хис-тойғоларығыҙҙы “йүгәнләгеҙ”.

Иң башта был проблемаға нисек ҡарауын асыҡлағыҙ, тәнҡитләмәгеҙ, баланың хис-тойғоһон уртаҡлашырға тырышығыҙ. Әгәр уның наркотиктар ҡулланыуын белһәгеҙ, ярҙам һорап табипҡа мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәгеҙ, һөҙөмтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Мәләүез ҡалаһы үҙәк район дауаханаһының наколог кабинетында был сиргә юлыҡҡан мең ярым кеше теркәлгән, шуның 60 проценты - ирҙәр, ҡалғаны - ҡатын-ҡыҙ. 18 йәшкә тиклемгеләр - 20 кеше.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА,

табип-психиатр.

“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!
“Аҡ үлем”гә юл ҡуймағыҙ!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас