Хәүефһеҙлек
6 Май 2023, 07:00

Автобус аварияға осраған

Автобуста 30 пассажир булған. Бер машинаның алғы өлөшө юҡ тиерлек...

Автобус аварияға осрағанАвтобус аварияға осраған
Автобус аварияға осраған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән “Урал” М-5 федераль әһәмиәттәге автомобиль юлының 1533 километрында, Иглин районының Тәкәй ауылы эргәһендә, өс транспорт сараһы ҡатнашлығында авария теркәлгән: “Toyota RAV4”, “Нива Шевроле” автомобилдәре һәм “Higer” маркалы автобус бәрелешкән.

Автобуста 30 пассажир һәм бер водитель булған, зыян күреүселәр юҡ. Был транспорт заказ буйынса хәрәкәт иткән, пассажирҙар Татарстан Республикаһы – Силәбе өлкәһе маршруты буйынса йылғала йөҙөүгә юлланған булған.

Хөрмәтле водителдәр, юл-хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, ял көндәрендә транспорт ағымы күпкә йышая һәм был юлда хәүефте лә арттыра, шуға ла һеҙҙе ашыҡмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.

Иҫкәртәбеҙ: ял һәм байрам көндәрендә юлдарҙа аварияларға юл ҡуймау маҡсатында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора. Был - һеҙҙең хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында күрелгән саралар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән водителдәрҙе асыҡлау, балаларҙы ташыу ҡағиҙәһен үтәмәгән водителдәргә айырыуса иғтибар итәсәк һәм бындай тәртипһеҙ кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу сараһын күрәсәк.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ғүмер бер бирелә, ҡәҙерен беләйек. Юлығыҙ хәйерле булһын, телегән ерегеҙгә имен-һау барып етегеҙ!

Фото: @bash_gibdd

Автобус аварияға осраған
Автобус аварияға осраған
Автобус аварияға осраған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас