Хәүефһеҙлек
7 Май 2023, 09:30

Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә

Ике автомобилдә биш пассажир булған...

Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөләОшондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә
Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә

Бөгөн, 7 майҙа, иртәнге сәғәт туғыҙҙарҙа Учалы районында аварияла бер кеше һәләк булды.

 Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Белорет – Учалы – Миәс автомобиль юлының 128-се километрында “ВАЗ-2107” һәм “Мицубиси Лансер” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2107” автомобиле водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған, “Мицубиси Лансер” автомобиле менән идара иткән 27 йәшлек водитель дауаханаға оҙатылған. Мәғлүм булыуынса, 27 йәшлек водитель бынан алда автомобиль танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Ике автомобилдә биш пассажир булған, уларҙы ла табиптар ҡараған.

6 майҙа Шишмә районында эскән килеш рулгә ултырған водитель ҡатнашлығында авария теркәлгән. Ваҡиға “Урал” М-5 трассаһында 1431-се километрҙа булған: “Тойота Королла” менән “Киа Рио” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “Киа Рио”лағы 49 йәшлек ҡатын, водитель дауаханаға оҙатылған. Тикшереү һөҙөмтәһендә “Тойота” автомобиленең водителе иҫерек булыуы асыҡланған.

Әле ике осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

– Билдәләп үтергә кәрәк, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҙған тәүлектә 51 иҫерек водителде тотто. Иҫерек килеш транспортты ҡабаттан идара иткән өсөн алты кешегә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатыласаҡ.

Иҫерек водителдәр хаҡында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 8(347) 279-32-92 телефоны аша хәбәр итә алаһығыҙ, шулай уҡ мессенджерҙа юххди телеграммаларына @GIBDDRB_02bot, – тип белдерҙе Республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.  

Күреүебеҙсә, ҡайһы бер водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүе һәм тупаҫ боҙоуы арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Шуға ла рулгә ултырған һәр кем үҙ иңдәренә ниндәй яуаплылыҡ алғандары тураһында уйланһын ине. 

Фото: @bash_gibdd

Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә
Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә
Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә
Ошондай водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас