Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Май 2023, 20:15

Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды

Унда хәл бик киҫкен тора

Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды

Алдан хәдәр итеүебеҙсә, Ҡурған өлкәһендә көслө тәбиғәт янғындары ҡотора. Уларҙы туҡтата алмайҙар, шуға ла бер нисә ауылдағы халыҡты эвакуациялағандар. Әле лә уттың таралыу хәүефе юғары.

Ҡурған өлкәһенә янғын һүндереүҙә ярҙам итеү өсөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының аэромобиль төркөмө ебәрелде. Уның составында 50 кеше һәм ете берәмек техника бар.

Баш идаралыҡтың Махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы Алексей Васильев колоннаның өлкән начальнигы булып китте.

Янғындарҙы уңышлы һүндереп, иҫән-һау һәм зыянһыҙ ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 17 апрелдән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, урманға сығыу тыйыла, усаҡ яғырға, сүп-сар үртәргә ярамай. Шул талаптарҙы үтәгәндә, беҙ урмандарыбыҙҙы, ауылдарыбыҙҙы уттан һаҡлап алып ҡаласаҡтыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Ҡотҡарыусылар ашығыс рәүештә Ҡурған өлкәһенә юлланды
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас