Хәүефһеҙлек
12 Май 2023, 14:00

Һаҡһыҙлыҡмы, осраҡлыҡмы?

Туймазы яғынан фажиғәле хәбәр килде: 21 йәшлек ҡыҙ поезд аҫтында ҡалған. Асыҡланыуынса...

Һаҡһыҙлыҡмы, осраҡлыҡмы?Һаҡһыҙлыҡмы, осраҡлыҡмы?
Һаҡһыҙлыҡмы, осраҡлыҡмы?

Туймазы яғынан фажиғәле хәбәр килде:  21 йәшлек ҡыҙ поезд аҫтында ҡалып һәләк булған.

Хәл кисә көндөҙ, 11 майҙа, Туймазы ҡалаһы янында булған. Ҡыҙ пассажир поезы аҫтында ҡалған. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының Үҙәк төбәк-ара транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә Туймазы станцияһы янында булған, 21 йәшлек ҡыҙ тимер юл аша тыйылған урындан сығып барған.

Үкенескә күрә, ҙур тиҙлектә килгән поезды машинист туҡтата алмаған. Әлеге ваҡытта «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар иткән тимер юл транспорты хәрәкәте һәм уны файҙаланыу хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса тәфтиш алды тикшереүе ойошторолған.

Тәфтишселәр тикшереү эштәре алып бара һәм фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: вести35.рф

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас