

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарҙа көн дә кешеләр һәләк була. Мәҫәлән, кисә Белорет районының Инйәр ауылында көслө янғын теркәлгән: 7х7 м һәм 9х16 м ҙурлыҡтағы ике ағас йорт, 5х5 м һәм 4х4 м ҙурлыҡтағы ике һарай, 5х5 м ҙурлыҡтағы утынлыҡ, трактор, 18х6 м ҙурлыҡтағы бүрәнә-таҡталы ҡоролма юҡҡа сыҡҡан. Иң аяныслыһы шул: утты һүндергән саҡта ике кешенең кәүҙәһе табыла, 1933 йылғы бабай һәм 1938 йылғы әбей һәләк булған.
Бөгөн иртәнге 6:59 әғәттә Благовещен районы Үрге Иҙәк ауылында 3х5 м һәм 5х4 м ҙурлыҡтағы ике мунса янған. Ҡотҡарыусылар янғынды һүндергән, уттың таралыуына юл ҡуйылмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ваҡытында һәләк булған ҡатын табыла, әле шәхесе асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 майға ҡарата 3852 янғын теркәлгән, шуларҙың 952-һе ҡоро үлән яныуына бйәле, уларҙа 1144,2 гектар майҙан зыян күргән.
Дөйөм алғанда, 12 майға тиклемге булған янғындарҙа – 111 кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған, шулай уҡ 92 кеше йәрәхәтләнгән.
Быйыл тәүге дүрт айҙа булған янғындарҙы күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса, янғындарҙың иң киң таралған сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән балаларҙың шаярыуы, тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда асыҡ биләмәләрҙә янғындар һаны 40 процентҡа тиерлек артҡан (урман, урман-парк зонаһы, сүп-сар, рөхсәтһеҙ сүплектәр, сүп-сар өсөн контейнерҙар һәм бактар, торфлы туғайҙар, ауыл хужалығы ерҙәре, ҡоро үлән, ҡамыш һәм башҡалар). Элеккесә торлаҡ тәғәйенләнешендәге биналарҙа, йорт яны ҡаралтыларында янғындар күп. Статистика буйынса, күп фатирлы йорттарҙа янғындар һаны 30 процентҡа кәмегән.
Янғын ҡорбандары йә йоҡлаған, йә иҫерек булған, шулай уҡ ауырығандар һәм оло йәштә булғандар. Ирҙәр янғындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 58 процентҡа күберәк һәләк булған.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, онотмағыҙ – ут аяуһыҙ, бер кемдә лә йәлләмәй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ҡурған өлкәһендәге көслө янғындарҙа 21 кешенең ғүмере өҙөлгән, 500-ҙән ашыу йорт янған. Өлкәгә ярҙамға беҙҙең ҡотҡарыусылар ҙа юлланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республикала 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Урманға сығыу, усаҡ яғыу, баҡсаларҙа сүп-сар, ҡоро үлән үртәү тыйыла. Күршеләрҙәге фажиғәле хәлдәрҙән һабаҡ алайыҡ, үҙебеҙҙә ошонда хәлдәргә юл ҡуймайыҡ.
Фото: mchsrb