Хәүефһеҙлек
17 Май 2023, 15:30

Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...

Ата-әсә бәләкәй балаһын кем менән ҡалдырып киткән?

Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...
Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...

Бөгөн баш ҡалала йән өшөткөс фажиғә теркәлгән: Октябрь проспектындағы фатирҙарҙың береһендә бала ҡараусы күҙәтеүендәге малайға иҫке өлгөлө телевизор ҡолаған. Һөҙөмтәлә бала алынған йәрәхәттәрҙән йән биргән.

Әлеге ваҡытта прокуратура тикшереү эше башлаған.

“Ваҡиға урынында Өфө прокуроры Сергей Воронов эшләй. Прокуратура бәлиғ булмағандарға ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, ата-әсәнең бурыстарын тейешенсә үтәүгә баһа бирә”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан прокуратураһынан.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш бүлеге "һаҡһыҙлыҡ сәбәпле үлемгә дусар итеү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәфтишселәр һәм криминалистар ебәрелгән.

“Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында комплекслы тикшереү эштәре ойошторолған”, - тип хәбәр итәләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Асыҡланыуынса, ата-әсә сабыйҙы бала ҡараусы менән ҡалдырған. Уның ғаилә дуҫымы, әллә профессиональ ялланған хеҙмәткәрме икәнлеге әлеге билдәһеҙ. Бала нисектер телевизорҙы тумбочканан һөйрәп төшөргән, техника уның өҫтөнә ҡолаған.

Был аяныслы ваҡиға тағы берҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр саҡ үтәргә кәрәк икәнлекте иҫкәртә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...
Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...
Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булды...
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас