

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә 18 майҙа республикала хәүеф янаған метеорологик күренештәр булыр тип күҙаллана.
Төндә көнсығыш райондарҙа – ҡырау, һауа температураһы 0, -2 градус булыр тип көтөлә. Ә төньяҡ-көнбайыштағы айырым райондарҙа янғын хәүефе һаҡлана. Урыны менән ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк, йәшен йәшнәйәсәк.
Көньяҡ-көнсығышта ямғыр яуасаҡ, йәшен булыр тип көтөлә. Төндә һауа торошо - +5, +10 градус. Көнсығыштағы айырым райондарҙа ҡырау төшөр тип фаразлана.
Фото: foto-ram.ru