Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Әбйәлил раойнының Геологоразведка ауылында фажиғәле хәл теркәлгән. Янғын сығыу тураһындағы хәбәр алынғас та, ваҡиға урынына ведомствоның ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 1955 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Ваҡиғалар сәбәбе асыҡлана. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
“Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розетка аша ҡабыҙмағыҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – ти иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Фото: mchsrb