Хәүефһеҙлек
19 Май 2023, 09:30

Бәрелеш шул тиклем көслө булған...

Әлшәй районында автомобиль аварияһында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Бәрелеш шул тиклем көслө булған...Бәрелеш шул тиклем көслө булған...
Бәрелеш шул тиклем көслө булған...

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн, 19 майҙа, көндөҙгө сәғәт 12-лә Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 73-сө километрында теркәлгән. "ГАЗель" һәм ҡаршы хәрәкәт иткән "Derways" автомобилдәре бәрелешкән.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта фургон янып китә. Авария һөҙөмтәһендә ике водитель дә ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Билдәле булыуынса, “ГАЗель" автомобилендәге бер пассажир дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынына республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов үҙе сыҡҡан.

Хөрмәтле дуҫтар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, шул саҡта ғына юлдарҙа тыныс буласаҡ!

Фото: @bash_gibdd

Бәрелеш шул тиклем көслө булған...
Бәрелеш шул тиклем көслө булған...
Бәрелеш шул тиклем көслө булған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас