Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2023, 15:00

Ата менән ул янғында һәләк булған...

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен теүәл үтәргә, ут менән һәр саҡ һаҡ эш итергә саҡыра ҡотҡарыусылар. 

Ата менән ул янғында һәләк булған...Ата менән ул янғында һәләк булған...
Ата менән ул янғында һәләк булған...

Фажиғә Балтас районында теркәлгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 1 июндә, Балтас районы Яңы Ямырҙа ауылында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килде.

Урынға ирекмәндәрҙең янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары килгәндә 6х7 метр ҙурлыҡтағы йортто, 3х7 метр ҙурлыҡтағы таҡтанан веранданы ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында ике кеше –  ата һәм ул һәләк булған.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй!

@mchsrb01   

Ата менән ул янғында һәләк булған...
Ата менән ул янғында һәләк булған...
Ата менән ул янғында һәләк булған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас