+12 °С
Болотло
Йәй тантана итеп тә өлгөрмәне, үҙ һынауҙарын ҡуйып та өлгөрҙө.
Кисә Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай һәм Иҫке Балаҡатай ауылдарында боҙборсаҡ яуған.
"Баҡсалағы бөтә үҫемлектәрҙе юҡҡа сығарҙы, һуған һәм ҡыяр түтәлдәренән ҡоро һабаҡ ҡына тороп ҡалды. Бына инде ямғырҙы көтөп алдыҡ", - тип яҙған зыян күргән ауыл халҡы.
Республика райондарында аномаль эҫелек дауам итә, ямғыр яумай.
Фото: "Бәйләнештә"