+11 °С
Болотло
Һиндостанда оло фажиғә теркәлгән. Кисә өс поезд бәрелешкән һәм 300-ҙән ашыу кеше һәләк булған, меңгә яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусыларҙың һаны көндән-көн артыуы күҙәтелә.
Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Беҙ ҙә һинд халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: apa.az. ru