Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2023, 07:30

Иртә менән тағы насар хәбәр...

Юлда йәштәр ҡырыла... 

Иртә менән тағы насар хәбәр...Иртә менән тағы насар хәбәр...
Иртә менән тағы насар хәбәр...

Бөгөн иртә менән ауыр яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостанда булған ике аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Учалы районында Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының 102-се километрында “ВАЗ-2114” автомобиле водителе алдынан китеп барған “Шкода Фабия” машинаһын уҙып китәм тигәндә ҡабырғаһы менән уға бәрелә. Бынан һуң ватан автомобиле юлдан сығып оса һәм түңкәрелә. Һөҙөмтә аяныслы: уның янында ултырған пассажир урында һәләк була. Ваҡиға урынына килеп еткән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдең иҫерек булғанын асыҡлай.

Шулай уҡ таң менән үлемесле авария Ишембай районының Байғужа ауылы янында ла теркәлә. 23 йәшлек егет “ВАЗ-2107” машинаһында китеп барған саҡта идараны юғалта һәм автобус туҡталышына барып бәрелә. Алған ауыр йәрәхәттәрҙән ул урында йән бирә. Һуңғараҡ уның водитель таныҡлығы алынған булғаны асыҡлана.

Әлеге ваҡытта авариялар урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, улар аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡан саҡта иғтибарлы булайыҡ. Иҫерек килеш руль артына ултырыу үҙеңде лә, яныңда ултырған кешеләрҙе лә, юлдағы башҡаларҙы ла үлемесле хәүеф аҫтына ҡуйыу тигәнде аңлата. Ошо иң мөһим ҡағиҙәне инҡар итмәйек әле. Һәр кемде өйөндә иҫән-һау килеш көтәләр. 

Фото: ЮХХДИ. 

Иртә менән тағы насар хәбәр...
Иртә менән тағы насар хәбәр...
Иртә менән тағы насар хәбәр...
Иртә менән тағы насар хәбәр...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас