Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2023, 12:30

Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡан

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда хәүефле һауа торошо һаҡлана

Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡанҠандракүл ауылын һыу баҫҡан
Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡан

Республикала 6  июндә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ төньяҡтан секундына 7-12 метр, көсәйеүсән - секундына 15-20 метр. Һауа  температураһы төндә +10, +15°, төньяҡ-көнбайышта +3,+8°, көндөҙ +17,+22°, көньяҡта +25,+30°.

Мәғлүм буылуынса, кисә Туймазы районының Ҡанракүл ауылында көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуған һәм “ҙур” һыуҙан кешеләр ҙә зыян күргән.

Был ауыл Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Ауыл урамдарына көслө ямғыр һыуынан барлыҡҡа килгән ағым арҡаһында төрлө сүп-сар аҡҡан. Был автомобилдә хәрәкәт итеүселәргә мәшәҡәт тыуҙырған. Видеояҙмала күренеүсенсә, ағым һыу сүп-сар менән бергә күлгә лә ағып төшкән. Күлдең дә һыуы бер аҙ күтәрелгән.

Фото: скриншот.

Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡан
Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡан
Ҡандракүл ауылын һыу баҫҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас